Көйөргәҙе районында мотоцикл һәм мопед ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәһендә бәлиғ булмаған ике водитель һәләк булған. Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, фажиғә төндә Шәбағыш ауылының Тыныслыҡ урамында теркәлгән. Бында Racer мотоциклы менән ҡаршы килгән Vento мопеды бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 16 һәм 17 йәшлек водителдәр авария урынында һәләк була.
Йәштәрҙең водитель таныҡлығы булмағанлығы билдәле.
«Хөрмәтле ата-әсәләр, балағыҙға юғары хәүефле транспорт менән файҙаланырға рөхсәт итеп, һеҙ аңлы рәүештә уның ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ. Һеҙҙең битарафлығығыҙ, был осраҡтағы кеүек, ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал», — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов. «Ата-әсәләрҙең бындай мөнәсәбәте уларҙың яуаплылығына һәм юл хәрәкәте ҡануниәте талаптарын үтәүгә хоҡуҡи баһа биреүҙе талап итә, мотлаҡ тикшереү үткәреләсәк».
Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мотоцикл һәм мопед менән булған авария буйынса тикшереү ойошторолған.
«Прокуратура бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерәсәк һәм ата-әсәләрҙең үҙ бурыстарын үтәүенә ҡарата баһа бирәсәк. Артабан ҡануниәтте боҙоу факттары асыҡланған осраҡта тейешле саралар күреү ҡарала. Күҙәтеү ведомствоһы фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлауҙы, шулай уҡ тишереү барышын һәм һөҙөмтәләрен контролгә алды», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Автор: Дарья Субботина