Дәүләт Автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.
Авария төнгө сәғәт берҙә Иглин ауылында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ейәнсура районынан водитель таныҡлығы булмаған 29 йәшлек ир "Weis" мотоциклы менән идара иткәндә электр бағанаһына төкөгән.
Авария һөҙөмтәһендә ир медицина учреждениеһына алып барылғанда юлда вафат була.
Юл-транпорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото:Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы