Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Июль , 09:38

Ауыл эсендәге күпер емерелгән...

  

Ауыл эсендәге күпер емерелгән...
Ауыл эсендәге күпер емерелгән...

Уҙған төндә Башҡортостанда ямғыр яуыуы сәбәпле Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында Ҡарамалы шишмәһендә һыу кимәле күтәрелде, шуның арҡаһында тораҡ пункт эсендә күпер емерелгән.

Шулай уҡ 15 кеше йәшәгән һигеҙ йорт яны территорияһы һыу аҫтында ҡала. Халыҡты иҫкәртеү үткәрелә. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө эшләй.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, йорттарҙы һыу баҫыу хәүефе юҡ. Урау юлдары бар.

22 июлдә иртәнге сәғәт 9-ға йылғаның үҙәнендә һыу кимәле күтәрелеүе, ямғыр туҡтаған, ихата биләмәләренән һыу киткән. Райондың ғәҙәттән тыш хәлдәрен иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса комиссия ултырышы планлаштырылған.

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: