Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Июль , 09:47

9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен таба алмайҙар

   

9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен таба алмайҙар
9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен таба алмайҙар

Миәкә районы Илсеғол ауылы эргәһендә Дим йылғаһы буйында йыһазландырылмаған урында һыу ингәндә фажиғә теркәлгән. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ҡыҙ Дим йылғаһында һыу ингән, ҡапыл уларҙың береһе - 9 йәшлек ҡыҙ бата башлаған. Икенсе ҡыҙ әхирәтен ҡотҡарырға маташа. Быны күргән шаһиттар ҡыҙҙы һыуҙан һөйрәп сығарған һәм ошоноң менән ғүмерен ҡотҡарған.

Ял итеүселәр үҙ көстәре менән батып үлгән ҡыҙҙы табырға маташа, әммә таба алмайҙар. Шул саҡта ашығыс хеҙмәттәр саҡырыла. Эҙләү-водолаз эштәре планлаштырыла.

Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, һыу инергә яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ.

Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен таба алмайҙар
9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен таба алмайҙар
9 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен таба алмайҙар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: