Архангел районында Абҙан ауылы янында 60 йәшлек ирҙең кәүҙәһе Инйәр йылғаһынан ял итеүселәр эргәһендә өҫкә сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
"Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында һыу инергә ҡарар иткән. Яр буйында һыу инеүҙе тыйған билдәләр ҡуйылған. Икенсе ярҙа йыһазландырылған пляж урынлашҡан. Һыуға батып үлгән ирҙең кәүҙәһе ял итеүселәр янында һыу аҫтынан сыға. Шаһиттар ярҙам итергә маташа, әммә уны ҡотҡарып булмай. Урынға килгән табиптар ирҙең үлемен раҫлай", - тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Ваҡиға буйынса оператив-тикшереү саралары үткәрелә.
Фото:Ксения Калинина (Башинформ)