20 июлдә көндөҙ Р-240 Өфө-Ырымбур трассаһының 61-се километрында аварияла ике өлкән кеше һәм ике бәлиғ булмаған зыян күргән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, Sitrak цемент ташыусы машинаһы туҡталҡалағы «Лада Гранта» һәм «Шкода Йети» машиналарына төкөгән. Улар араһында 8 йәшлек бала һәм 17 йәшлек үҫмер ҙә бар.
Урында янғын һүндереү һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы