Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Июль , 00:17

Өс малай әзмәүерҙәй ирҙе ҡотҡарған

   

Өс малай әзмәүерҙәй ирҙе ҡотҡарған
Өс малай әзмәүерҙәй ирҙе ҡотҡарған

Башҡортостандан 17 йәшлек Даниил Тураев, 16 йәшлек Максим Гришуков һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбиров Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградаларына тәҡдим ителә. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

 17 июлдә Наратаҫты ауылы эргәһендәге Шаран һыуһаҡлағысында өс егет 49 йәшлек ирҙе ҡотҡарған. Егеттәр һыуһаҡлағыс ярында ял иткән ваҡытта иҫерек ирҙең һыу төшкәнен күргән. Ҡапыл ул күҙҙән юғалған. Улар шунда уҡ уға ярҙамға ташланған һәм ярға һөйрәп сығарған.

Даниил — Туймазы юридик колледжының беренсе курсы студенты, Максим һәм Айҙар — 9-сы класс уҡыусылары. Уларҙың барыһы ла Наратаҫты ауылы урта мәктәбен тамамлаған. Егеттәр әйтеүенсә, уларға ирҙе ҡотҡарырға тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре уҡытыусыһы Марсель Ғиниәтуллиндан алған белеме ярҙам иткән.

 

Фотолар: Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Тимур Тураев.

Автор:Ксения Калинина

Өс малай әзмәүерҙәй ирҙе ҡотҡарған
Өс малай әзмәүерҙәй ирҙе ҡотҡарған
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: