Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Июль , 14:13

Балыҡсыны йәшен атып үлтергән

-

Балыҡсыны йәшен атып үлтергән
Балыҡсыны йәшен атып үлтергән

Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы янында 57 йәшлек балыҡсыны йәшен атып үлтергән. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә көндөҙгө ике тирәһендә ир Үрген йылғаһына балыҡ тоторға киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Ә бөгөн иртән туғаны уның кәүҙәһен ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта тапҡан. Күк күкрәп ямғыр яуа башлағас, ул ағас аҫтына йәшенергә булған, ахырыһы. Ләкин тап ошо ағасты йәшен атҡан. Тәфтиш алды тикшереү бара.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыу буйына балыҡ тоторға килгән ирҙе йәшен һуҡҡан. Ул урында йән биргән. Балыҡсы өйөнә ҡайтмағас, туғандары уның эҙләргә сыҡҡан. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында тикшереү үткәрелә», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-11/v-bashkirii-rybak-pogib-ot-udara-molnii-3844387

Автор:Ләйсән Закирова
Фото:Олег Яровиков, архив фотоһы
Автор:
Читайте нас: