Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июль , 11:37

Төнгө юл фажиғәһендә ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән, ике бала ныҡ йәрәхәтләнгән

-

Төнгө юл фажиғәһендә ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән, ике бала ныҡ йәрәхәтләнгән
Төнгө юл фажиғәһендә ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән, ике бала ныҡ йәрәхәтләнгән

Ҡариҙел районының Яугилде ауылы янында, Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлында, «Лада Гранта», «Лада Калина» һәм «ВАЗ-2114» ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, аварияла ике ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. Өс кеше, шул иҫәптән ике бала, ауыр йәрәхәттәр алған. Янғын һүндереүселәр юл фажиғәһендә имгәнгәндәрҙе машинана сығарып, беренсе ярҙам күрһәткән. Улар дауаханаға оҙатылған.

«Гранта» һәм «Калина» водителдәре, 1982 һәм 1989 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар, урында йән биргән.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-07-05/v-bashkirii-v-nochnom-dtp-pogibli-dve-zhenschiny-seriezno-postradali-dvoe-detey-3836244

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Автор:Ксения Калинина

Автор:
Читайте нас: