Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Июнь , 16:31

Республикала 19 йәшлек студент төркөмдәш ҡыҙын туҡмаған

-

Республикала 19 йәшлек студент төркөмдәш ҡыҙын туҡмаған
Республикала 19 йәшлек студент төркөмдәш ҡыҙын туҡмаған

Сибай медицина колледжында ыҙғыш  ҡупҡан. 19 йәшлек студент практика ваҡытында бер төркөмдә уҡыған ҡыҙҙы туҡмаған. Был хәл видеоға эләккән. Кадрҙа күренеүенсә, ятаҡта егет ҡыҙҙы үлтереү менән янай, һуңынан уға йоҙроғо менән бер нисә тапҡыр һуға.

Студент егет төшкө аш ваҡытында оҙағыраҡ ял итергә теләгән һәм төркөмдәштәренә был хаҡта бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушҡан. Тик бер ҡыҙ ризалашмаған. Шуға ул ҡыҙҙы йәмһеҙ һүҙҙәр менән йәберләй башлаған, йоҙроғо менән һуғырға ла тартынмаған.  Хәҙер уның ҡылығын полиция тикшерә.

«19 йәшлек ҡыҙ Сибай ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә уҡыу йорттарының береһендә 19 йәшлек танышының үҙен туҡмауы тураһында ғариза яҙған. Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене тотҡан. Егет ғәйебен таныған. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара.  Уға суд-медицина экспертизаһына йүнәлтмә бирелгән, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-20/v-bashkirii-19-letniy-student-zhestoko-izbil-odnogruppnitsu-3815969

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:
Читайте нас: