Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Июнь , 17:05

Республика райондарының береһендә 55 һарыҡты һәм бер һыйырҙы йәшен атҡан

-

Республика райондарының береһендә 55 һарыҡты һәм бер һыйырҙы йәшен атҡан
Республика райондарының береһендә 55 һарыҡты һәм бер һыйырҙы йәшен атҡан

Кисә Әбйәлил районында дауыл ҡупҡан. Урындағы халыҡ социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, көслө ел төҙөлөп ятҡан бер нисә йорттоң, шулай уҡ мәктәптәрҙең ҡыйығын алып ташлаған.

«Сиҙәм ауылында яуған боҙ-борсаҡ баҡсаларға ғына түгел, сайдинг менән көполәнгән йорттарға ла зыян килтергән», — тип хәбәр ошо хәлдең шаһиты һәм ваҡиға урынынан фотоһүрәттәре менән уртаҡлаша.

Туйыш ауылында иһә 55 һарыҡты һәм бер һыйырҙы йәшен атҡан. Көтөүсе иҫән ҡалған.

«Башинформ» Әбйәлил районындағы тәбиғәт ғәрәсәтенә бәйле комментарий алыу өсөн Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Ведомствола хәлгә аңлатма бирҙеләр.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-18/v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-molniey-ubilo-55-ovets-i-odnu-korovu-3812724

Автор:Дарья Субботина

Фото:социаль селтәрҙәр

Автор:
Читайте нас: