Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Июнь , 11:19

Йәштәр әрәм булды...

20 йәшлек водитель  һәм уның пассажиры - 19 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Шаран районында һәләк булғандар менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт 4-тә Шаран-Яңы Балтас-Андреевка автомобиль юлының 17-се километрында үлемесле авария булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель таныҡлығы булмаған 20 йәшлек егет «Лада Приора» менән идара иткәндә автомобилде кюветҡа ауҙарып, электр бағанаһына төкөй. Машина янған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель һәм уның пассажиры - 19 йәшлек ҡыҙ ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем урында уҡ һәләк була.

Икенсе пассажир, 21 йәшлек ҡыҙ, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, дауаханаға килтерелгән ҡыҙҙы табиптар тикшергәндән һуң амбулатор дауаланыуға ҡайтарып ебәргәндәр.

Йәштәр әрәм булды...
Йәштәр әрәм булды...
Юл-патруль хеҙмәте инспекторы полиция лейтенанты Игорь Курмакаевтың комментарийы Видео:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы телеграм-каналы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: