Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Июнь , 09:37

Биш ир һәм бер үҫмер батып үлгән...

Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. 

Биш ир һәм бер үҫмер батып үлгән...
Биш ир һәм бер үҫмер батып үлгән...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, өс көн эсендә Башҡортостанда бер нисә һыу фажиғәһе теркәлгән. Бөтә батып үлгәндәр ҙә тыйыу билдәләре ҡуйылған йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инә.

Мәҫәлән, 11 июндә төндә Йөрәктау ауылында күл буйында 25 йәшлек егет һыуға сума һәм һыуҙан сыға алмай. Уның үле кәүҙәһен урындағы ҡотҡарыусылар таба.

12 июндә төндә Ағиҙел йылғаһы буйындағы Түбәнге Ыласынтау ауылында 60 йәшлек ир балыҡ тотҡанда батып үлгән. Шаһиттар уның кәүҙәһен сығара.

Кисен Ағиҙел йылғаһы буйындағы Үтәгән ауылында 38 йәшлек ир һыу ингәндә батып үлгән. Хәҙер уны водолаздар эҙләй.

Ивановка ауылында урындағы быуала һыу инеү ваҡытында 46 йәшлек ир батып үлә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водолаздары уның үле кәүҙәһен тапҡан.

17 йәшлек үҫмер Ҡарман һыуһаҡлағысында һыу инеп, батып үлгән. Уның кәүҙәһен кисә иртән урындағы кеше тапҡан.

13 июндә Благовещенда Ағиҙел йылғаһынан шаһиттар 51 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығара. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Һыу ингәндә хәүефһеҙлек саралары тураһында бер ваҡытта ла онота күрмәгеҙ!

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: