6 июндә Өфө ҡалаһы Пекин урамында ике ҡатлы йорт янып китеп, ут тиҙ арала ҡыйыҡты ялмап ала. Фатирҙарҙың береһендә ғаилә була: ата-әсәһе йоҡлай, уларҙың 17 йәшлек ҡыҙҙары йорт эштәре менән шөғөлләнә. Ул янғынды күреп ҡала һәм күршеһен ярҙамға саҡыра.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр һөрөм газы менән ағыуланған, уларҙы ҡотҡарып булманы. 25 квадрат метр майҙанды ялмап алған утты 18 белгес һәм 5 берәмек техника һүндерә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе янғындың кондиционерҙың боҙолоуы арҡаһында килеп сығыуын асыҡланы»,- тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы