Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Июнь , 13:12

Юл фажиғәһендә күп балалы атай һәләк булған

   

Юл фажиғәһендә күп балалы атай һәләк булған
Юл фажиғәһендә күп балалы атай һәләк булған

Иглин районындағы М-5 трассаһында 38 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән. «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Яхъя һәм Салауат районы радиоһы» төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, ул Салауат районының Яхъя ауылынан булған. Ҡатыны менән өс бала тәрбиәләгәндәр. Изге күңелле, яҡшы ғаилә башлығы ине, тиҙәр уның хаҡында.

Социаль селтәрҙәге фотоларынан күренеүенсә, яҡташыбыҙ хоккей менән мауыҡҡан, «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн янып-көйгән, шулай уҡ бокс менән шөғөлләнгән.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, М-5 «Урал» автомобиль юлының 1524-се саҡрымында «Киа К5» рулендәге водитель FAW йөк машинаһы менән бәрелешкән. Төрлө йәрәхәттәр алған еңел автомобиль водителе ашығыс ярҙам килеп еткәнсе йән биргән.

Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы
Автор:Дарья Субботина
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: