ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Июнь 2024, 09:55

Тапалған мышы балаһын ҡотҡара алмағандар...

     

Тапалған мышы балаһын ҡотҡара алмағандар...Тапалған мышы балаһын ҡотҡара алмағандар...
Тапалған мышы балаһын ҡотҡара алмағандар...

Кисә кис М5 трассаһында Нуғай һәм Бурцев юл үткәргестәре араһында бәреп төшөрөлгән мышы балаһын ҡотҡарырға маташалар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк була. Ауыр хәлдә уны «Ғазел»дә Өфөнән 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан фермаға алып барғандар. Уның артҡы аяғы тубығынан тулыһынса тиерлек өҙөлгән. Икенсе артҡы аяғы ла ныҡ йәрәхәтләнгән. Мөгөҙҙәре һынған.

5 июндә телеграм-каналда «Пин һәм Пуф» ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе Дмитрий Стрельников «яңы ғына мышы балаһы үлде» тип хәбәр итә.

фото:«Пин һәм Пуф» ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас