ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Июнь 2024, 08:29

Машина капотында булған ир һәләк булған

Фажиғә видеокамераға эләккән. 

Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһыБашҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы
Фото:Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, авария кисә төндә Жуково ауылының Тракт урамында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «ВАЗ-21144» автомобиле руле артында 28 йәшлек иҫерек водитель, Трак урамы буйлап Яңы Жуково ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, ҡоймаға төкөй. Хәрәкәт ваҡытында машинаның капотында уның 27 йәшлек иптәше була, ул авария ваҡытында ҡолап төшә һәм алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат була.

"Водителде тикшереү уның иҫерек булыуын күрһәткән  - 0,658 мг/л. Ваҡиға буйынса тикшереү үткәрелә, уның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Әлеге ваҡытта водитель полиция бүлегендә, енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, иптәше иҫерек дуҫын туҡтатырға  — уға эскән килеш руль артына ултырырға бирмәҫкә маташа.  

Видео 18+ 

Видео:Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас