ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Май 2024, 15:13

Йәш кеше шунда уҡ һәләк булған

Ҡот осҡос фажиғә видеоға теркәлгән

Йәш кеше шунда уҡ һәләк булғанЙәш кеше шунда уҡ һәләк булған
Йәш кеше шунда уҡ һәләк булған

Асҡын районында 31 майҙа иртән юл фажиғәһе теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Яугилде - Щучье Озеро автомобиль юлының 36-сы саҡрымында ҡапма-ҡаршы килгән Hyundai Creta менән Hyundai Accent бәрелешкән. Hyundai Accent водителе, 34 йәшлек Ҡариҙел районы егете ашығыс ярҙам килгәнсе үк йән биргән. Икенсе водитель дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.

Видео 18+ 

Фото:Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы

Автор:Ксения Калинина

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас