Кисә кис Мәләүездә фажиғәле хәл булған: ихатанан оло юлға сығып барған “Лада Приора” водителе 7 йәшлек ҡыҙҙы аңғармайынса тапатҡан. Водитель - 27 йәшлек Баҡалы районы кешеһе.
Юл һәләкәтендә зыян күргән ауыр яралы баланы дауаханаға килтергәндәр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмағандар. Сәғәт туғыҙҙарҙа ҡыҙ аңына килмәйенсә йән биргән.
Юл-транспорт һәләкәте буйынса тикшереү бара.
Водителдәр, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, йәйәүлеләргә иғтибарлы булығыҙ!
Фото:БР буйынса Дәүләт автоинспекцияһы