ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Май 2024, 07:31

14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған...

    

14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған...14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған...
14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған...

Башҡортостанда 14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған. Пациент ашығыс рәүештә республика балалар клиник дауаханаһына оҙатыла. Башҡортостан  һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, стационарға ингәндә табиптар үҫмерҙең хәлен ауыр тип баһалаған. Баланың күп төрлө йәрәхәттәре һәм өҫкө яңағында киң шартлау яраһы була. Уның ете теше юҡ, муйынында һәм йөҙөндә бешеү була.

"Теш-йөҙ хирургияһы бүлегендә уға өҫкө яңағын тергеҙеү буйынса бер нисә операция яһала, ә һуңынан ул оҙайлы реабилитация үтә. Республика Балалар клиник дауаханаһы табиптары тырышлығы менән егет электрон тәмәке шартлау эҙемтәләренән ҡотолдо, ләкин уны тергеҙеү өсөн өс йыл кәрәк булды», — тип һөйләне министр.

14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған...
14 йәшлек үҫмерҙең ауыҙында электрон тәмәке шартлаған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас