ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Май 2024, 16:51

Мотоцикл менән автомобиль төкөшкән...

Ҡыҙғанысҡа күрә, водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған...

Мотоцикл менән автомобиль төкөшкән...Мотоцикл менән автомобиль төкөшкән...
Мотоцикл менән автомобиль төкөшкән...

Өфө районы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәләк булған мотоциклсы менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Авария бөгөн киске сәғәт 7-лә Шаҡша биҫтәһенә ингән ерҙә булған.

«Шевроле Нива» автомашинаһы менән «Yamaha» маркалы мотоцикл төкөшкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ике тәгәрмәсле транспорт сараһының 46 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Авария тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.

Фото:Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте

Мотоцикл менән автомобиль төкөшкән...
Мотоцикл менән автомобиль төкөшкән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас