ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Май 2024, 03:16

Орск ҡалаһы янында ҡот осҡос фажиғә булған...

Ҡыҙғанысҡа күрә, аварияла дүрт яҡташыбыҙҙың, шул иҫәптән сабыйҙың ғүмере өҙөлгән

Орск ҡалаһы янында ҡот осҡос фажиғә булған...Орск ҡалаһы янында ҡот осҡос фажиғә булған...
Орск ҡалаһы янында ҡот осҡос фажиғә булған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте кискә ҡарай ҡурҡыныс яңылыҡ еткерҙе. Ырымбур өлкәһендә булған аварияла дүрт кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булған.

Авария М-5 трассаһында, Орск ҡалаһына етеп килгән урында була. Киске сәғәт етелә йөк машинаһы менән Nissan X-TraiI машиналары бәрелешә. Һөҙөмтә бик аяныслы: еңел автомобилдән дүрт кеше һәләк була. Улар бер ир, ике ҡатын-ҡыҙ һәм бер бала. Шулай уҡ 1988 йылғы ир һәм уның 2015 йылғы ҡыҙы ауыр йәрәхәттәр алған. Әле уларҙы Медногорск ҡалаһының дауаханаһына алып барғандар, хәлдәре ауыр тип баһалана. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған кешеләр Салауат ҡалаһы кешеләре. Уларҙың бер ғаилә ағзалары булыуы ихтимал.

Әлеге ваҡытта мәәүғлүмәттәр асыҡлана, урында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

Фото: МЧС. 

Орск ҡалаһы янында ҡот осҡос фажиғә булған...
Орск ҡалаһы янында ҡот осҡос фажиғә булған...
Орск ҡалаһы янында ҡот осҡос фажиғә булған...
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас