ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Май 2024, 17:35

Биш кеше үлгән ҡот осҡос аварияла иҫән ҡалған егет һауыҡҡан

    

Биш кеше үлгән ҡот осҡос аварияла  иҫән ҡалған егет һауыҡҡанБиш кеше үлгән ҡот осҡос аварияла  иҫән ҡалған егет һауыҡҡан
Биш кеше үлгән ҡот осҡос аварияла иҫән ҡалған егет һауыҡҡан

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан биш кеше һәләк булған юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында хәбәр иттеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 19 апрелдә Өфө — Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булған. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалған. Уларҙың барыһы ла Өфө районында йәшәгән, бер ҡыҙ — Өфөнән.

«Пациентты бөгөн сығаралар. Ҡыҙ ауыр хәлдә реанимацияла ята», — тип белдерҙеләр министрлыҡта. 

Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас