Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
25 Апрель , 21:56

Бәшмәксе урманда аҙашҡан

Кисен ул туғанына шылтыратып, аҙашыуы хаҡында хәбәр иткән, һуңынан телефоны һүнгән...

Бәшмәксе урманда аҙашҡан
Бәшмәксе урманда аҙашҡан

Яңауыл районында көндөҙ урманға бәшмәк йыйырға киткән ир юғалған. Кисен ул туғанына шылтыратып, аҙашыуы хаҡында хәбәр иткән, һуңынан телефоны һүнгән. Бәшмәксене шул уҡ кистә таба алмағандар, иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ла эҙләү эшенә йәлеп ителгән.

Ирҙең автомобиле үҙе йәшәгән Вояҙы ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта табылған. Ә көндөҙ ҡотҡарыусылар, ниһайәт, бәшмәксене лә тапҡан.

«Өшөгән һәм хәлһеҙләнгән иргә тәүҙә ярҙам күрһәткәндәр. Шунан һуң ғына өйөнә алып ҡайтҡандар. Ул төнө буйына урманда түңгәктә ултырған. Ике ҡабыҙғысы ла ямғырҙан еүешләнгән, шуға усаҡ яға алмаған, — тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән. — Эҙләүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары, Яңауыл урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы ауыл биләмәһе вәкилдәре лә ҡатнашты»

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: