Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Апрель , 21:09

«Лада Ларгус» тимер өйөмөнә әйләнгән...

   

«Лада Ларгус» тимер өйөмөнә әйләнгән...
«Лада Ларгус» тимер өйөмөнә әйләнгән...

Туймазы районында өс кеше һәләк  ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, авария кискә табан М-5 «Урал»автомобиль юлының 1312 саҡрымында булған. «FAW» һәм «Лада Ларгус» йөк машиналары бәрелешкән, тип хәбәр итте баш автоинспектор Владимир Севастьянов.

Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең водителе һәм ике пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү һәм эште координациялау өсөн ваҡиға урынына республика Дәүләт автоинспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре юллана. Шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығының Юл-транспорт ваҡиғаларын тикшереү буйынса махсуслаштырылған бүлеге хеҙмәткәрҙәре Һәм  эксперт-криминалистик үҙәгенең эксперт-автотехник-эксперты ла йәлеп ителгән.

Ваҡиға шарттары аныҡлана.

фото:ЮХХДИ

«Лада Ларгус» тимер өйөмөнә әйләнгән...
«Лада Ларгус» тимер өйөмөнә әйләнгән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: