Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Апрель , 21:20

Бөгөн 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләү тамамланды

Ул кисә кис өйөнән сығып киткән һәм кире ҡайтмаған

Бөгөн 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләү тамамланды
Бөгөн 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләү тамамланды

Баш ҡалабыҙ Өфөлә юғалған 14 йәшлек ҡыҙ табылды. Мәктәп уҡыусыһы кисә кис өйөнән сығып китте һәм әйләнеп ҡайтманы. Эҙләүҙең тамамланыуы тураһында мәғлүмәтте «БаРС» (БашРегионСпас) эҙәрмәндәр отряды баҫтырҙы.

"Табылған. Иҫән", тип ҡыҫҡаса хәбәр итә ирекмәндәр. Үҫмерҙең ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа табылыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ.

фото:«БаРС» (БашРегионСпас) эҙәрмәндәр отряды

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: