Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Апрель , 09:56

Ҡотҡарыусылар һыу баҫыу зонаһынан бер нисә ғаиләне эвакуациялаған

    

Ҡотҡарыусылар һыу баҫыу зонаһынан бер нисә ғаиләне эвакуациялаған
Ҡотҡарыусылар һыу баҫыу зонаһынан бер нисә ғаиләне эвакуациялаған

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо арҡаһында  ҡар әүҙем ирей — йылғаларҙа һыу кимәле тиҙ арала күтәрелде. Кисә ҡотҡарыусылар өлөшләтә һыу аҫтында ҡалған йорттарҙан Хәйбулла районының ике ауылынан кешеләрҙе эвакуацияланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

Бүребай ауылында ҡотҡарыусылар кәмәлә 1973 йылғы ирҙе һәм 1965 йылғы ҡатынды туғандарына хәүефһеҙ урынға алып китә. Шулай уҡ Иләс ауылында йәшәүсе ҡатынды һәм уның биш балаһын туғандарына алып барҙылар.

Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

 

Ҡотҡарыусылар һыу баҫыу зонаһынан бер нисә ғаиләне эвакуациялаған
Ҡотҡарыусылар һыу баҫыу зонаһынан бер нисә ғаиләне эвакуациялаған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: