Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Апрель , 13:06

Ауыл урамында атыш ойошторған

Әллә ҡайҙа булған хәл түгел, ә үҙебеҙҙә, Башҡортостанда...    

Ауыл урамында атыш ойошторған
Ауыл урамында атыш ойошторған

Кушнаренко районында 2 апрелдә полицияға мөлкәттең боҙолоуы тураһында хәбәр килә. 2003 йылғы район кешеһе популяр маркетплейстарҙың береһендә пневматик пистолет һатып алған.

«Ауылдың үҙәк урамдары буйлап йөрөгәндә, егет атыу менән шөғөлләнергә һәм бетон бағанаға атырға була. Яңылыш ул урындағы урта махсус уҡыу йорто бинаһына атҡан һәм быяланы ватҡан», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Полиция хеҙмәткәрҙәре йәш кешегә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.17-се статьяһы буйынса протокол төҙөйәсәк («башҡаларҙың мөлкәтен юҡ итеү йәки зыян килтереү»). Егет полиция хеҙмәткәрҙәренә уҡыу йортона килтерелгән зыянды ҡапларға вәғәҙә бирә.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: