Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Апрель , 15:58

Татарстанда пилотһыҙ осҡостар һөжүме ваҡытында күрше райондан үҫмер йәрәхәтләнгән

    

Татарстанда пилотһыҙ осҡостар һөжүме ваҡытында күрше райондан үҫмер йәрәхәтләнгән
Татарстанда пилотһыҙ осҡостар һөжүме ваҡытында күрше райондан үҫмер йәрәхәтләнгән

Күрше Татарстанда самолет тибындағы дрондар һөжүме ваҡытында Башҡортостан студенты зыян күргән. Билдәле булыуынса, Баймаҡтан 16 йәшлек үҫмер яраланған. Республика рәисенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимова зыян күреүселәрҙең хәле тураһында хәбәр итте.

«Барыһының да хәле уртаса ауырлыҡта, ыңғай динамика күҙәтелә», — тине ул.

Әлеге ваҡытта 14 яралы, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған үҫмер тураһында билдәле. Алты кеше - Алабуға үҙәк район дауаханаһында, ҡалғандары өйҙә дауалана. Яраланған йәштәрҙең һәммәһе лә «Алабуға Политех» колледжында уҡый.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Татарстанда дрондар «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһенә, республиканың Алабуға һәм Түбәнге Кама предприятиеларына һөжүм иткән. «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһындағы ятаҡҡа һөжүм иткән пилотһыҙ осоу аппараттары НАТО илдәренең ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был хаҡта махсус иҡтисади зонаның генераль директоры Тимур Шаһивәлиев белдерҙе.

Фото:видеонан скриншот
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: