Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Апрель , 21:15

Ә малайҙар һаман табылмаған...

Йөҙәрләгән ҡотҡарыусы һәм ирекмән уларҙы ерҙән дә, һыу аҫтынан да, күктән дә эҙләй 

"ЛизаАлерт".  Ә малайҙар һаман табылмаған...
Ә малайҙар һаман табылмаған...Фото:"ЛизаАлерт". 

30 мартта юғалған ике малай – 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмовтың яҙмышы өсөн бөтә республика борсола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға тиклем уларҙың ҡайҙалығы тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Бөгөн уларҙы бишенсе тәүлек эҙләйҙәр. Йөҙәрләгән ирекмән уларҙы ерҙән дә, һыу аҫтынан да, күктән дә эҙләй. Әлегә тиклем һөҙөмтә юҡ.

Шул уҡ ваҡытта күптән түгел Ағиҙелдә малайҙарҙың итеге табылыуы тураһында хәбәр ителде. Был, әлбиттә, малайҙар батҡандыр тигән насар уйҙарға килтерә. Шуға күрә водолаздар эштәрен туҡтатмай. Итек Дамир менән Павелдың биштәрен тапҡан урындан 500 метр алыҫлыҡта йылғала ятҡан. Әлеге ваҡытта водолаздар мөмкин булғанса күберәк йылға төбөн тикшерергә тырыша. Сөнки бер нисә көндән әүҙем боҙ китеү башлана һәм ташҡын көсәйәсәк. Ошо сәбәпле эштәрҙе туҡтатып торорға тура киләсәк. Был водолаздарҙың ғүмеренә хәүеф менән янаясаҡ.

Ерҙә иһә эш гөрләй. “ЛизаАлерт” отряды мәғлүмәттәре буйынса, малайҙарҙы эҙләү буйынса штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Уларға ярҙам итер өсөн Мәскәү, Калуга, Силәбе, Магнитогорск, Мейәс, Ҡатаутамаҡ, Пермь, Новосибирск һәм Һамарҙан тәжрибәле ирекмәндәр килгән. Битараф булмаған кешеләр ҙә килеп ярҙам итеүен дауам итә. Кешеләр штабта теркәлә, төркөмдәргә бүленә һәм бурыстар башҡарырға сыға.

Кисә генә малайҙарҙы 175 кеше эҙләгән. Улар урмандарҙы, яр буйҙарын ҡарай. Самолет тибындағы пилотһыҙ осоусо аппараттар күктән Ағиҙел өҫтөн ҡараны.

Павелдың билдәләре: буйы 150 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Күк төҫтә куртка һәм итек, йәшел салбар һәм шапка кейгән.

Дамирҙың билдәләре: буйы 145 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр күҙле. Ҡара куртка, күк төҫтәге спорт салбарҙа һәм итектә булған.

Әгәр ҙә һеҙ малайҙарҙың ҡайҙалығы тураһында берәй төрлө мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ.

Автор:Альфия Мингалиева

Видео:Башинформ
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: