Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Апрель , 16:22

Эшсе бейеклектән ҡолап һәләк булған...

   

Эшсе бейеклектән ҡолап һәләк булған...
Эшсе бейеклектән ҡолап һәләк булған...

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Санкт-Петербург компанияһының 61 йәшлек хеҙмәткәре һәләк булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 1 апрелдә Илеш районының Исәмәт ауылы янында М-7 «Волга» Мәскәү — Владимир — Түбәнге Новгород — Ҡазан — Өфө автомобиль юлы участкаларын төҙөү һәм реконструкциялау объектында балта оҫтаһы бейеклектән ҡолаған. Алынған йәрәхәттәрҙән ир вафат була.

Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар ведомствола.

фото:Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: