Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Апрель , 11:31

Аҡъяр-Сибай юлында машина юлдан төшөп киткән

Тыйыу билдәһе булыуына ҡарамаҫтан водитель үҙенең һәм пассажирҙарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған

Аҡъяр-Сибай юлында машина юлдан төшөп киткән
Аҡъяр-Сибай юлында машина юлдан төшөп киткән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 апрелдә төндә Хәйбулла районының Маҡан ауылы янында Магнитогорск яғынан Ырымбурға табан хәрәкәт иткәндә күтәрелгән һыу машинаны ағыҙып алып киткән. Тыйыу билдәһе булыуына ҡарамаҫтан водитель үҙенең һәм пассажирҙарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған.

«„ВАЗ“ водителе һәм ике пассажиры машинанан сыға алған, зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Сибай зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары килде», — тип һөйләнеләр ведомствола.

Автомобилде ауыр техника ярҙамында кюветтан сығаралар. 

Видео:МЧС РБ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: