Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Апрель , 11:00

Татарстанға дрондар һөжүм иткән

Пилотһыҙ осоу аппараттары күрше республикаға ла килеп етте...

Татарстанға дрондар һөжүм иткән
Татарстанға дрондар һөжүм иткән

Бөгөн, 2 апрелдә пилотһыҙ осоу аппараттары тәүге тапҡыр Татарстанға һөжүм итте. Төбәк властары хәбәр итеүенсә, дрондар Алабуға һәм Түбәнге Кама ҡалаларындағы предприятиеларға табан осҡан.

– Етди емереклектәр юҡ, предприятиеларҙың технологик процесы боҙолмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алабуғала бина емерелеү арҡаһында зыян күргән кешеләр бар, – тине республика Рәйесе Рөстәм Миңлеханов.

Шулай уҡ белдерелеүенсә, республиканың барлыҡ хеҙмәттәре юғары әҙерлек режимында.

Baza телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, биш кеше зыян күргән. Предприятиела әйтеүҙәренсә, ике кеше йәрәхәтләнгән. “Алабуға” махсус иҡтисади биләмәһенә бөтәһе өс дрон төшкән. Ятаҡтар бинаһында тәҙрәләр һәм ишектәр емерелгән.

Бөгөн был хәл айҡанлы Өфөлә "Өфөнефтехим" заводында махсус күнекмәләр үтәсәк. 

Фото: телеграм-каналдар.

Автор:Альфия Мингалиева

Татарстанға дрондар һөжүм иткән
Татарстанға дрондар һөжүм иткән
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: