Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Апрель , 20:41

Ҡотҡара алманылар...

«Пионер» руднигында эшселәрҙе эҙләү операцияһы туҡтатылған.

Ҡотҡара алманылар...
Ҡотҡара алманылар...

«Пионер» руднигында ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылды, сөнки шахтаның ҡабаттан емерелеү хәүефе бар. Был хаҡта 1 апрелдә рудник етәкселеге хәбәр итте.

 Амур өлкәһендә «Пионер» руднигының идара итеүсе директоры ҡулға алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 120 метрҙан ашыу тәрәнлектә ҡалған эшселәр араһында биш яҡташыбыҙ бар. Уларҙың дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлек ир-егеттәр. Барыһы ла машинист булып эшләй. 18 март кисендә Амур өлкәһендәге рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелеп төшкән.

Фото:Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: