Башҡортостанда юл аша һыу ағып төшөү хәлендә ике участка һәм өс күпер бар, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.
Мәҫәлән, Баймаҡ районында Баймаҡ-Семеново-Первомайский трассаһында киңлеге 3 метр, бейеклеге 5 см булған һыу ағымы; ә Шишмә районының Күсем ауылында оҙонлоғо 60-62 метр, бейеклеге 40 см булған һыу ағымы теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында билдәләүҙәренсә, урау юлдар бар, ашығыс хеҙмәттәр йөрөй ала.
Шулай уҡ өс күпере һыу аҫтында ҡала:
- Хәйбулла районы Таштуғай ауылында,
- Миәкә районы Сурай ауылында
- Кушнаренко районы Яңы Баҫҡаҡ ауылында.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2 апрелдән 5-нә тиклем аномаль йылы һауа торошо фаразлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-7° юғарыраҡ, +15 градусҡа тиклем. Бындай шарттарҙа әүҙем ҡар ирей башлаясаҡ. 3-7 апрелдә дала йылғаларының асылыуы көтөлә.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы