Учалы районынан 14 йәшлек үҫмер Э. Ғ. февраль аҙағында юғалғайны. 23 февралдә ул "ҡалаға киттем" тигән. Уны Учалы - Мейәс юлында күргәндәр.
5 мартта иһә уға 15 йәш тулған. Ә бөгөн төнгө сәғәт 2-лә Силәбе ҡалаһында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары үҫмерҙе табып алған. Учалы полицияһы уның артынан юлланған.
Бер ай буйы эҙләгән яҡындары һәм ирекмәндәр өсөн был яҡшы хәбәр. Әйтеүҙәренсә, үҫмер ҡайҙалыр эшләп йөрөгән. Һәр хәлдә полиция уның юғалыу (ҡасыу) сәбәптәренә асыҡлыҡ индерер, моғайын.
Фото: социаль селтәрҙән.