Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы «Башкирэнерго» йәмғиәтенең «Октябрьский электр селтәрҙәре» хеҙмәткәрҙәре менән булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фажиғә 26 мартта төн уртаһында булған. Туймазы РЭС-ының оператив бригадаһы, ҡулланыусы заявкаһын үтәп, Иҫке Ҡандра ауылынан базаға ҡайтып барған. М-5 трассаһына сыҡҡандан һуң «ГАЗ» автомобиле юл ситендә туҡтарға мәжбүр була: шина тишелгән тигән шик булған.
Хеҙмәткәрҙәр кабинанан сығырға өлгөрмәй, шул уҡ йүнәлештә барған «Вольво» фураһы «ГАЗ»дың һул өлөшөнә арттан төкөй. Һөҙөмтәлә машина һаҡлағыс ҡойма буйлап 22 метр арауыҡҡа һөйрәлгән. 57 йәшлек водитель-электромонтер урында уҡ вафат була, ә 38 йәшлек электромонтер ауыр йәрәхәт ала.
Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ.