ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Март 2024, 05:23

Үҫмерҙәр төркөмө осраҡлы үтеп барыусыларға ташлана

-

Үҫмерҙәр төркөмө осраҡлы үтеп барыусыларға ташланаҮҫмерҙәр төркөмө осраҡлы үтеп барыусыларға ташлана
Үҫмерҙәр төркөмө осраҡлы үтеп барыусыларға ташлана

Өфөлә йәмәғәт урындарында үҫмерҙәр төркөмө үҙҙәренә «күңелле шөғөл»  тапҡан.  Социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, башта улар бәйләнергә сәбәп эҙләй, ә һуңынан таныш булмаған кешеләрҙе туҡмай башлай.

«Планета» сауҙа үҙәгендә, «Ҡунаҡһарай»ҙа... Ҙур компаниялар кешеләргә бәйләнеп, һуғышырға һылтау эҙләп йөрөй. Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ», — тип яҙған ошо хәлдең шаһиты.

Үҫмерҙәрҙең ҡылығы интернет киңлегендә кире тойғолар уятҡан. «Уларҙың йөҙҙәрен күрһәтегеҙ», «Күңелһеҙ булғас, бокс менән шөғөлләнһендәр», «Мин тиҫтерҙәремдән ҡурҡам», «Был барыһы ла социаль селтәрҙә хайп өсөн, ә аҙаҡ полиция бүлегендә илап, ғәфү үтенеп ултырырҙар әле» тигән комментарийҙар бар.

«Башинформ» ошо хәлгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-03-26/v-ufe-podrostki-staey-napadayut-na-sluchaynyh-prohozhih-3701856

Автор:Дарья Субботина.
Фото:видеонан стоп-кадр, телеграм
Автор:
Читайте нас