Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Ҡырмыҫҡалы районында ике кеше һәләк булған юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.
Кисә Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 6-сы саҡрымында авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Лада Веста" руле артында ултырған 76 йәшлек ир, юл һыҙатындағы "Газель" бортына бәрелеүҙән ҡасыу өсөн, уң яҡҡа борола һәм ике йәйәүлене бәрҙергән.
Авария һөҙөмтәһендә 59 йәшлек ҡатын һәм 36 йәшлек ир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған.
Асыҡланыуынса, "Газель" водителе был мәлдә "Лада Гранта"ны кюветтан сығарған. Юл ситендә торған "Лада Гранта" пассажиры һәм буксирлау тросын айырып торған "Газель" пассажиры һәләк була.
Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.
Видео 18+