Янғын һүндереүселәр Әбйәлил районының Ҡушый ауылында янғынды һүндергән, унда биш кеше зыян күргән, шуларҙың өсәүһе - балалар.
Киске сәғәт туғыҙынсы яртыла Таһир Күсимов урамындағы йортта, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, газ ҡаҙанлығы герметикһыҙлана һәм артабан янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килгәс, йорт бөтә майҙан буйлап яна.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателе мәғлүмәте буйынса, йортта күп балалы ғаилә йәшәгән, атаһы эштә. Биш кеше, шул иҫәптән ике ҡатын һәм өс бала (2015 йылғы ҡыҙ, 2017 йылғы ҡыҙ, 2019 йылғы ҡыҙ) йәрәхәтләнгән, ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы уларҙың барыһын да район дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатҡан, хәле аныҡлана.
Әбйәлил районы прокуратураһы ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау буйынса күҙәтеү сараларын ойошторҙо, газ ҡорамалдарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәүгә баһа бирәсәк.
Нигеҙ булған осраҡта прокурорҙың яуап биреү саралары күреләсәк.
фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.