Башҡортостандың Бишбүләк ауылында янғында ике бала һәм оло йәштәге ҡатын һәләк булған.
Янғын һүндереүселәр янған йортҡа үтеп инә һәм 3 һәм 5 йәшлек ике сабыйҙы һәм 1957 йылғы ҡатынды таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уларҙың үлемен раҫлаған, тип хәбәр итә Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Янғын ваҡытында балаларҙың әсәһе тағы бер балаһы (игеҙәктәрҙең береһе) менән дауаханала, ә атаһы вахтала була.
Фажиғә урынында Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тәфтиш бүлеге етәксеһе һәм тәфтишселәре эшләй.
Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелә, уның һөҙөмтәләре буйынса суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнә, шаһиттарҙан һорау алына, янғындың сәбәптәре асыҡлана.
фото:Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте