Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата законһыҙ ғәмәлдәр өсөн ҡатын яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәренә иҫерек килеш машина йөрөткән ире тураһында материал яҙырға ҡамасауларға маташа.
Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, Уҫылыбаш ауылында юл-патруль хеҙмәте инспекторы һәм Эске эштәр министрлығының участка вәкиле составындағы полиция экипажы рейд саралары ваҡытында «Skoda Yeti» ға иғтибар итә, ул юлда бер яҡтан икенсе яҡҡа бормаланып хәрәкәт итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре автомобилде туҡтатҡандан һуң, 45 йәшлек урындағы кеше иҫерек килеш машина менән идара итеүе асыҡлана. Ул урында тикшереүҙән баш тарта, әммә медицина учреждениеһына тикшереү үтергә барырға ризалаша.
Процессуаль документтар төҙөгән ваҡытта водителдең 45 йәшлек ҡатыны полиция хеҙмәткәрҙәрен мыҫҡыллай башлай, ә һуңынан патруль машинаһының хәрәкәтенә ҡамасаулай.
