ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Марта 2024, 07:23

Өйҙән алыҫ түгел урында атаһы улының үле кәүҙәһен тапҡан...

   

Өйҙән алыҫ түгел урында атаһы улының үле кәүҙәһен тапҡан...Өйҙән алыҫ түгел урында атаһы улының үле кәүҙәһен тапҡан...
Өйҙән алыҫ түгел урында атаһы улының үле кәүҙәһен тапҡан...

Аҙна башында Учалыла бер ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер уҡыусы өйөнә ҡайтҡан, унда мәктәптә уҡыуы буйынса әсәһе менән бәхәсләшкән һәм өйҙән сығып киткән. Һуңыраҡ уның атаһы өйҙән 300 метр алыҫлыҡта улының үле кәүҙәһен таба.

«Ғаилә тураһында барыһы ла тик ыңғай ғына фекер йөрөтә, бер кем дә махсус иҫәптә тормай. Малайҙың өлкән апаһы бар, ул юғары уҡыу йортонда уҡый. Ата-әсәләр балаларының имен тормошо өсөн барыһын да эшләгән. Үлгән үҫмер тураһында  яҡшы, күңелле, аралашыусан кеше тип һөйләйҙәр барыһы ла.  Бынан тыш, ул мәктәптә отличник булды», — тип хәбәр иткән мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Әлеге ваҡытта үҫмерҙең үлеме буйынса хоҡуҡ һаҡлаусылар тарафынан тәфтиш эштәре дауам итә.

фото:«Башинформ» агентлығы

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас