Өфө ҡалаһының Совет районы буйынса тәфтиш бүлеге «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса 38 йәшлек фронталь автопогрузчик водителенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.
«Башинформ» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 19 мартта көндөҙ ғәйепләнеүсе, үҙенең профессиональ бурыстарын үтәгәндә, техник яҡтан төҙөк фронталь автопогрузчик менән идара итеп, Дзержинский урамындағы автомойкаға килеп инә. Автомобиль йыуыу бинаһында водитель, хәрәкәт хәүефһеҙлегенә инанмайынса, 38 йәшлек ҡатынға төкөй. Һөҙөмтәлә зыян күреүсегә ауыр тән йәрәхәттәре килтерелә (уның аяҡтары ҡырҡыла). Шул уҡ кистә ҡатын дауаханала вафат була.
«Тәфтишселәр ваҡиға урынын тикшерҙе, суд экспертизалары тәғәйенләнде, ғәйепләнеүсене һәм шаһиттарҙы һорау ала, ваҡиғаның бөтә сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән артабанғы тикшереү эштәре алып барыла», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Видео 18+