ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Марта 2024, 15:50

Ауыл кешеһе өсөн ҡот осҡос юғалтыу

Ике һыйыр һәм биш быҙау, шулай уҡ 200 тауыҡ янып үлгән...

Ауыл кешеһе өсөн ҡот осҡос юғалтыуАуыл кешеһе өсөн ҡот осҡос юғалтыу
Ауыл кешеһе өсөн ҡот осҡос юғалтыу

 Кисә иртән Шишмә районының Яңы Троицкий ауылында бүрәнә һарай янып киткән. Янғын һүндереүселәр килгәндә, һарайҙың эсен ут ялмап алған.

«Ике һыйыр һәм биш быҙау, шулай уҡ 200 тауыҡ янып үлгән. Тәфтишселәр янғын сәбәптәрен асыҡлай», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас