ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Март 2024, 10:06

Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған

-

Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалғанАмур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған
Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ рудникта емереклектәр аҫтында ҡалған

Амур өлкәһе Зей муниципаль округындағы рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелгән. 13 кешенең емереклектәр аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Улар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.

«Дүртәүһе — Сибайҙа, берәүһе Учалынан, 31-48 йәшлектәр. Барыһы ла машинист булып эшләй», — тип хәбәр ителә министрлыҡтан.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, шуға бәйле өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Әлегә эшселәр менән бәйләнеш юҡ.

 

Сығанаҡ:   https://vk.com/bstnews 

Автор:
Читайте нас