ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Март 2024, 07:48

Сибайҙа йәшәүсе ханым бармаҡтарһыҙ ҡала яҙған

  

Сибайҙа йәшәүсе ханым  бармаҡтарһыҙ ҡала яҙғанСибайҙа йәшәүсе ханым  бармаҡтарһыҙ ҡала яҙған
Сибайҙа йәшәүсе ханым бармаҡтарһыҙ ҡала яҙған

Сибайҙа кисә кис Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ҡотҡарыусыларына ҡатын һул ҡулының ике бармағынан балдаҡтарҙы сисеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, ул урамда йығылып, ҡул суғына имгәткән, ә был бармаҡтарҙың ныҡ  шешеүенә килтергән.

«Ҡулдарҙы ҡарағандан һуң ҡотҡарыусылар биҙәүестәрҙе ҡырҡып алырға ҡарар итте. Балдаҡтар алынғас, зыян күреүсе туғандары оҙатыуында артабан медицина ярҙамы алыу өсөн дауаханаға юлланды», — тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас