Орск ҡалаһы аэропортында транспорт полицейскийҙары авиапассажирҙы — самолетта йәмәғәт тәртибен боҙған Башҡортостан кешеһен административ яуаплылыҡҡа тарттырған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған ял көндәрендә полицияға һауа судноһы командирынан тәртип һаҡсыларын Мәскәү-Орск самолетына ебәреүҙе һорап хәбәр килгән.
«Рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған 37 йәшлек ир самолетҡа ултырыр алдынан спиртлы эсемлектәр эскән. Һауа судноһында хоҡуҡ боҙоусы үҙ белдеге менән уңайлы урынды биләй һәм уны ташлап китеүҙән баш тарта. Бортпроводниктарҙың иҫкәрмәләренә ҡағиҙә боҙоусы яуап бирмәгән», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.