Кисә кискеһен Учалыла 12 йәшлек Регина Ғиҙиәтова өйөнән сығып киткән. «Башинформ» агентлығына ҡыҙҙың әсәһе хәбәр итеүенсә, улар бер аҙ талашҡан һәм ҡыҙ урамға сығып ҡасҡан.
«Мин бөтә дуҫтарыма, туғандарыма шылтыраттым әммә ул бер ҡайҙа ла юҡ. Полицияға ғариза яҙҙым, ҡыҙымды төн буйы эҙләйҙәр, ләкин әлегә тапманылар», — тине Регинаның әсәһе.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баланы эҙләү дауам итә.
5-се класс уҡыусыһы аҡ капюшонлы ҡара куртка, ҡара джинсы, аҡ йәйге кроссовкалар кейгән, ә баш кейеме кеймәгән.
Айырым билдәләре: оҙон ҡара сәсле, буйы 135-140 см, күҙҙәре ҡуңыр.
«Телефонын өйҙә ҡалдырылған, уның менән башҡа кешенең исеменә яҙылған банк картаһы булыуы мөмкин. Әгәр һеҙ уның ҡайҙалығын беләһегеҙ икән, 102, 112, 8-967-73-52-204 (ҡыҙҙың әсәһе), 8-967-459-40-89 (Анастасия - эҙләү буйынса координатор) телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт итте ирекмәндәр социаль селтәр аша граждандарға.
Фото:группа «Взаимопомощь-На-Дороге Учалы-И-Учалинского-Района», Vk