ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Март 2024, 16:23

"ЗИЛ"дың водителе ике ҡыҙҙы бәрҙергән

Һәм ваҡиға урынынан ҡасҡан

"ЗИЛ"дың водителе ике ҡыҙҙы бәрҙергән"ЗИЛ"дың водителе ике ҡыҙҙы бәрҙергән
"ЗИЛ"дың водителе ике ҡыҙҙы бәрҙергән

Өфөлә 10 мартта иртәнсәк Гвардия урамындағы 39-сы йорт ихатаһында «ЗИЛ» водителе автомобиль артында торған ике ҡыҙҙы бәрҙергән. 9 һәм 10 йәшлек мәктәп уҡыусылары төрлө аяҡ йәрәхәттәре алған. Уларға медицина ярҙамы күрһәтелә һәм туғандары менән өйҙәренә ҡайтарып ебәрелә.

Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, водитель юл фажиғәһе урынын ташлап киткән. Бер нисә сәғәттән һуң ЮХХДИ инспекторҙары уның шәхесен асыҡлай. Ул Өфөлә йәшәүсе 59 йәшлек ир булып сыға. Уға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.27-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса административ материал төҙөлә. Уға 1,5 йылға тиклем транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу янай.

Юл фажиғәһе факты буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре административ тикшереү башлаған.

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас